The Economist (ингл. «Эко́номист») — инглиз телле аҙнаһына бер сыға торған яңылыҡтар журналы (баҫма үҙен гәзит тип йөрөтә). Британ медиакомпанияһы The Economist Groupтыҡы.
Бөйөк Британияла 1843 йылдан бирле нәшер ителә. 2012 йылда тиражы 1 600 000 дананан артты, яртыһынан ашыуы Төньяҡ Америкала һатылды[1]. Глобаль йүнәлешлелеге арҡаһында The Economist саф инглиз баҫмаһы ғына итеп һаналмай.
Журналдың төп темалары — сәйәси ваҡиғалар, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, финанс, иҡтисад һәм эшлекле яңылыҡтар, шулай уҡ фән һәм мәҙәниәт. Журнал редакцияһы классик либерализм ҡараштарында тора.
1928 йылдан компания акцияларының яртыһы Financial Times гәзитенеке булып тора, ә икенсе яртыһы бойондороҡһоҙ инвесторҙар ҡулында, улар араһында компания хеҙмәткәрҙәре һәм журнал хәбәрселәре күп.